Бөгөн йәштәр, үҫмерҙәр араһында төрлө йәрәхәттәргә килтергән, ғүмер өсөн хәүефле һаналған уйын төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр арта бара: ҡаянан һикерһендәрме, ҡыйыҡ башынанмы, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, селфи төшөрһөндәрме – ниҙәр генә ҡыланмай беҙҙең балаларыбыҙ, шулай бит? Ғәҙәттә, бындай ике осло, хәүефле ниәттәр уйын формаһында башлана, йәғни: “Һин текәме? Улай булһа, ошоно ҡабатла, иҫбатла текәлегеңде!” – тип күп егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһенә ҡотҡо һала. Әҙерлекһеҙ бала төркөмгә бер үҙе ҡаршы тора алмай. Ғөмүмән, бала, үҫмер саҡ – ғәмһеҙ, ҡурҡыу белмәй торған осор ул. Хәҙер уйлап ҡарайым да, беҙҙе лә шул уйһыҙ-ғәмһеҙ сағыбыҙҙа төрлө хәүеф-хәтәр һағалаған икән, тип һығымта яһайым.
Матур яҙғы бер көндә беҙ – мин, бер туған һеңлем Гөлдәр, ике туған ағайым Ришат, ҡустыбыҙ Сирғәле менән уйнап йөрөйбөҙ. Урам буйындағы күләүектәрҙе кистек, кәмәләр йөҙҙөрҙөк, иреп бөтмәгән боҙсоҡтарҙы ваттыҡ. Атай-әсәй картуф баҡсаһы буйынан ғына ағып ятҡан Һаҡмар йылғаһына барыу түгел, хатта яҡынларға ҡырҡа тыйып ҡуйҙы.
Беҙҙең дә, Ришат менән Сирғәлиҙең дә әсәйҙәре – һауынсы. Күмәкләшеп эшкә ыңғайлаған әсәйҙәрҙе ауыл ситенә сыҡҡансы оҙатып барҙыҡ. Юл буйы улар быйыл ҡар күп булғас, йылғаның ныҡ ташырын, баҡсаларҙы, тышҡы баҙҙы һыу баҫырын һөйләп бошондо. Ауыл осонда беҙҙе тағы бер тапҡыр ҡаты ғына итеп киҫәтеп, юлдарын дауам иттеләр. Урам буйлап бер-беребеҙгә күләүектәрҙәге һыуҙы сәсә-сәсә сыр-сыулашып беҙгә елдерҙек. Ихатаға килеп ингәс, туҡтап та тормаҫтан, сылбырҙағы Ганс исемле этебеҙҙе ысҡындырып, артҡы ҡапҡанан йылға буйына саптыҡ! Ә унда... Ташҡынға сыҙамай, Һаҡмар ярҙарынан сыҡҡан, урғылып, өйөрөлтмәктәр менән шаулап аға, беҙҙең картуф баҡсаларына табан йәйрәгәндән-йәйрәй бара. Эре-эре боҙҙар йылғаға һыйышмай, бер-береһенә даһырлашып төкөй, бәләкәстәре ватылып китә, ҙурыраҡтары: “Бына беҙ ниндәй ғәйрәтле!” – тигәндәй юлын дауам итә.
Ауыҙыбыҙҙы асып күпме торғанбыҙҙыр, әммә яныбыҙға ғына бер оло боҙ киҫәге килеп ятҡас, тертләп киттек. Был айсбергты (үҙебеҙсә шулай атаныҡ), ваҡлап, кире йылғаға ташланыҡ, хәлдән тайғансы этебеҙ менән баҫтырыштыҡ. Ахырҙа, ярҙың сите ҡайһы ерҙә икәнен тоҫмаллай башланыҡ. Иң беренсе булып Ришат даръялай йәйрәгән йылғаға инеп китте. Итек ҡуңысынан эскә һыу түгелгәнсе барҙы был. Шулай ҙа буш сыҡманы – ҙур ғына “айсбергты” ярға һөйрәкләне. “Маладис!” – тип ҡул саптыҡ беҙ. Артабан бер-бер артлы бөтәбеҙ ҙә урғып ятҡан йылғаға инеп сыҡтыҡ, Гөлдәр менән мин боҙға ынтылырға шөрләнек шулай ҙа. Ришат тағы: “Ошо тирәлә генә ул ярҙың сите, бына, бына...” – тип йылға эсенәрәк ыңғайланы. Йөрәгебеҙҙе “усыбыҙҙа” тотоп, ҡарап торабыҙ тегегә. “Борол кире, Ришат, борол!” – тип ҡысҡырыша башланыҡ. Ике ҡулын ике яҡҡа һуҙып, ипләп кенә баҫып китеп барған малайыбыҙ бер заман юҡ булды ла ҡуйҙы! Мин үҙ күҙемә үҙем ышанмай, ҡысҡырып ебәрҙем. Ҡурҡыуҙы онотоп, шаптырлап, һыуға инеп киттем. Үҙем ҡысҡырам, саҡырам. Ҡап-ҡара булып, буръяҡланып аҡҡан һыу, боҙҙар араһынан тегенең башы килеп сыҡты бит!
Теге саҡ йөҙөп килеп, минең ҡулға йәбеште. Ришаттың һыуыҡ ҡулдарынан тотоп тартыуым булды, үҙем “бырҡ” итеп яҙғы һыуға сумдым... Һыу аҫтында ҡалған яр ситендә генә баҫып торған булғанмындыр инде. Тәнемә, гүйә, мең энә ҡаҙалдымы ни! Икәүләшеп һыуҙабыҙ, һеңлебеҙ менән ҡустыбыҙ ярҙа йүгерешә... Ярай ҙа, баштары еткән ярҙам һорап ҡысҡырырға. Күрше олатай килеп өлгөрҙө. Икебеҙҙе бер ыңғай тартып сығарҙы. Ришат нисектер, ә минең боҙло һыуға бер батып, бер ҡалҡыуҙан тыным етмәй башлаған ине...
– Бына ата-әсәһен тыңламаған балаларға ни була, йүнһеҙҙәр! Бата инегеҙ бит, марш өйөгөҙгә! – тип әрләне рәхмәт яуғыры. Тешебеҙ тешкә теймәй саҡ ҡайтып индек. Мин оҙаҡ ҡына ауырып яттым, бер класта уҡыған Ришат килеп, өйгә эштәр биреп, яңы темаларҙы аңлатып йөрөнө. Ә әсәйҙән ныҡ эләкте. Бигерәк тә атайымдың: “Һин батып үлһәң, был доньяла мин нисек йәшәр инем, ҡыҙым?” – тип һыҙланып әйткән һүҙе ҡолағымда мәңгегә уйылып ҡалды...
Эйе, хәүеф-хәтәр кешегә һәр саҡ янай. Алда әйткәнемсә, ғүмерҙең баһаһын, кешегә бер генә тапҡыр бирелгән оло бүләк булыуын аңламаған ғәмһеҙ саҡта бындай ҡурҡыныстар аҙым һайын һағалайҙыр. Шул уҡ ваҡытта баланы ҡанат аҫтыңда ғына ла үҫтереп булмай бит. Тыйыуҙың сиген нисек дөрөҫ билдәләргә? Алтын урталыҡты нисек табырға?
Мәҫәлән, үҫмер үҙе теләп, ҡыҙыҡһынып, паркурлыҡ, брейк-данс менән шөғөлләнә башлай. Уйлап ҡараһаң, был шөғөлдәр ҙә һаулыҡ, ғүмер өсөн хәүефле булыуы бар. Үҙбаһаһы юғары булмаған үҫмерҙәр, башҡалар алдында күтәреләм тип, ниндәйҙер ҡот осҡос аҙым яһауы ла ихтимал. Интернет селтәре, ундағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ сайттар, уйындар ҙа төрлө ҡурҡыныстар менән янай.
Бына ошондай ҡыҙыҡһыныуҙарға ата-әсәнең реакцияһы ниндәй булырға тейеш? Улар менән шөғөлләнергә мөмкинме? Икеләнеү тулы һорауҙарығыҙға ошолай тип яуап бирәм: мөмкин! Ниндәйҙер хәүефле спорт төрө менән шөғөлләнергә лә, интернет селтәрендә аралашырға ла мөмкин! Тик спорт төрө икән – ул урам буйында түгел, ә тренер менән, тәғәйен урында; интернет уйын икән – ваҡыты билдәләнгән, ата-әсә тарафынан тикшерелгән сайт булырға тейеш.
Нимә әйтергә теләйем? Ата-әсәһен тыңламай, ҡазаға, бәләгә тарығандар аҙмы ни? Тормошта һәр кемдең пар ҡанаты бар, улар – һеҙҙе донъяға тыуҙырған, ғүмер биргән атайығыҙ һәм әсәйегеҙ. Улар һеҙҙән күпкә олораҡ, һеҙ кисергәндәр уларҙың да башынан үткән ҡасандыр. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла кәңәшләшегеҙ, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Ә атай-әсәйҙәргә былай тип өндәшер инем: бала ғаиләлә һөйөүгә солғанып, яҡлаулы икәнен тойоп үҫһен. Шул саҡта ул, ниндәйҙер хәүефле аҙым яһар, кемделер ҡабатлар алдынан, был донъяла ул тип өҙөлөп йәшәгән, уны сикһеҙ яратҡан кешеләр барлығын, улар өсөн кәрәклеген, ҡәҙерле йән булыуын бер ҡасан да онотмаҫ.