Новости
23 Октябрь 2019, 07:45

Их, егеттәр, ышандырҙығыҙ ҙа...

"Салауат Юлаев" хоккей клубының инстаграмынан Кисектергеһеҙ хәлгә бер нисә секунд ҡалғас бәләнән ҡотолһағыҙ, ниндәй хистәр кисерер инегеҙ? Шула-а-ай, һөйләп тә аңлата алмаҫлыҡ кинәнес һәм ләззәт. Бөгөн мин дә шундай хәлдә булдым.

Һүҙ "Салауат Юлаев" - "Авангард" хоккей матчы тураһында. Уйын башланып та өлгөрмәне, ҡунаҡтар иҫәпте асты. Һәм аҙағына тиклем тиерлек бер гол да булманы. Өсөнсө осорҙа өфөләр, хәлдең насар икәнен тойоп, эй тырышты, эй тырышты, әммә "Авангард" оҫта һаҡланды.


Инде өмөт өҙөлдө тигәндә, сирена яңғырауға дүрт секунд ҡалғас, беҙҙекеләр Александр Бурмистров, Линус Умарк һәм Сакари Манинен тырышлығы менән иҫәпте тигеҙләне. Арена, йорт эстәре юлаевсылар көйәрмәндәренең шатлыҡ ауаздарына күмелде.


Артабан овертайм иһә һөҙөмтәһеҙ тамамланды. Ә инде буллит һуғыуҙа беҙҙең Умарк менән Сошниковтың мәргәнлеге юғалды. Еңелдек - 1:2.


...Хәҙер үҙ боҙондағы матчтарға хоккейсылар ыҫпай кейемдә - костюм-салбарҙа байрамға килгәндәй килә. Ә бына еңелгәндән һуң нисек ҡайталар икән? Их, егеттәр, ышандырҙығыҙ ҙа...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас