Новости
23 Октябрь 2019, 07:34

Гөлназ Асаева сәхнәнән китергә теләй

Сәхнә, ғаилә, балалар... Ошоларҙың барыһын да бергә алып барған сәнғәт кешеләре генә үҙҙәрен тулы бәхетле итеп тоялыр, моғайын.

Был йәһәттән Гөлназ Асаева: "Һуңғы арала ныҡ уйлана башланым, – ти. – Йәш бара, ахыры. Бер көн һөйләшеп ултырғанда дуҫ егетем: "Һин ғаиләң өсөн сәхнәне ташлай алыр инеңме?" – тип һораны. Бер-ике йыл элек, уйлап та тормайынса, "юҡ" тип әйтер инем. Ул ваҡытта сәхнә беренсе урында ине. Хәҙер инде донъяның бар йәме – ғаилә тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙҙың был донъяла иң ҙур бурысы – балалар табыу, уларҙы үҫтереү. Ул-ҡыҙҙар аҡыллы булһын өсөн гел атай-әсәй янында булырға тейештер тип уйлайым.


Үҙем дүрт-биш йәшкә тиклем өләсәй, олатай менән үҫтем. Биш йәшемә тиклем бик иркә инем. Мәктәпкә барғас ҡына аҙыраҡ аҡыл инә башланы, сөнки минең әсәй менән аҡылһыҙ булһаң, кәрәкте бирә ине. Шуға күрә тапҡан балаларыбыҙҙы үҙебеҙгә үҫтерергә яҙһын".

Башҡортостан гәзитенән.


Читайте нас