- 100 процент Ҡазанда йәшәйем тип әйтә алмайым. Йомоштарым килеп сыҡһа, мин шунда уҡ Өфөгә юлланам. Ҡустымды һағынһам, юлға сығам да китәм, - ти йырсы ҡыҙ.
- Тамашасыларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны - шәхси тормошоң. Фотоларҙа һинең янда йыш күренгән Вилли кем ул?
- Вилли менән бергә эшләйбеҙ, шуға күрә уның менән йыш аралашырға тура килә. Беҙ уның менән яҡын дуҫтар, әммә беҙҙең арала мөхәббәт сатҡыһы юҡ.
- Күптәр: "Грейҙың асыуын килтерер өсөн Вилли менән ул", - тиҙәр.
- Юҡ инде, Радик менән мөнәсәбәттәребеҙ бик яҡшы. Радик - миңә, мин уға бер ниндәй насарлыҡ эшләмәнек. Уның менән аралашып торабыҙ, Радикты бик хөрмәт итәм. Командаһын яратам. Мин уға бер нисек тә үс итә алмайым, сөнки ул миңә яҡшылыҡтан башҡа бер нәмә лә эшләмәне. Сәнғәттә лә ярҙам итте, көндәлек тормошта ла матур бүләктәр яһаны. Мин уларҙы әле лә һаҡлайым, уның нимә бүләк иткәнен бер ҡасан онотмаясаҡмын!
- Һеҙҙең арала ысын мөхәббәт булды тип әйтә алаһың инде?
- Дөрөҫөрәге, сәнғәт кешеләренә хас ғашиҡ булыусанлыҡ. Ул нисек тиҙ барлыҡҡа килде, шул уҡ тиҙлек менән юҡҡа ла сыҡты. Минең, ғөмүмән, гел шулай. "О, бына был – минең буласак ирем", - тип әйтерҙәй кеше осраманы әле.