Новости
23 Октябрь 2019, 07:49

“Билең 80 сантиметрҙан үтһә, штраф түлә”

Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау буйынса шундай закон сығарылып, һимеҙлек өсөн штраф һалына башланы, ти. Ул ваҡытта ҡаҙна ла ҡалынайыр, кешеләр ҙә һомғолланып ҡалыр ине...

Ә бындай “матур” идеяларҙы ҡайһы бер илдәрҙә тормошҡа ашырғандар ҙа инде. Мәҫәлән, Японияла һимеҙлек менән көрәшеү өсөн шундай закон индерелгән: ирҙәрҙәң биле – 91, ҡатындарҙыҡы 80 сантиметр сиген үтһә, штраф түләргә тейеш. Айырым граждандарға ғына ҡағылмай был закон, хеҙмәткәрҙәренең һаулығын насар күҙәткән компанияларға ла штраф сәпәйҙәр.


Тағы бер хәстәрлекле ил – Яңы Зеландия. Был дәүләттең гражданлығын алырға теләгәндәрҙең кәүҙә ауырлығы индексы 35-тән артмаҫҡа тейеш. Урындағы һаулыҡ һаҡлау министрлығы, халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртып, ошондай стандарт уйлап тапҡан.


Шулай ҙа белеп булмай беҙҙең депутаттарҙың башына ниндәй уй төшөрөн – бөгөндән кәүҙәбеҙ тураһында хәстәрлек күрә башлайыҡ, йәмәғәт!Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас