Новости
23 Октябрь 2019, 07:56

Балалары менән яңғыҙ тороп ҡалған

Үткән йәй Сибайҙан күп балалы атай күңелһеҙ хәлгә юлыҡҡан һәм ул “Ғаилә” үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.

Марат Күсәбаев ваҡытлыса эшһеҙ һәм бер үҙе дүрт бала менән тороп ҡалған. Уның ҡатыны Ольга республикала ваҡытлыса теркәү буйынса көн күргән, Рәсәйҙә даими йәшәү өсөн документ юлларға Үзбәкстанға киткән. Финанс проблемалар арҡаһында улар был процедураны ваҡытында атҡара алмаған. Өҫтәүенә игеҙәктәр Әминә менән Ләйлә тыуған. Шулай итеп, бәпестәр менән әсә алыҫ юлға сыға ла алмаған.


Быйыл апрелдә Эмиль тыуғас, Марат балалар пособиеһын юлларға булған. Бына шунда уның ҡатынының илдә легаль йәшәмәгәнлеге асыҡланған. Һөҙөмтәлә әсә Рәсәйҙән үҙе китмәһә, суд менән Үзбәкстанға ҡыуасаҡтары хаҡында янағастар, ҡатын июлдә шул илгә юлланған. Закондарға ярашлы, суд ҡарары тормошҡа ашһа, Ольга ун йыл буйы Рәсәйгә инеү хоҡуғынан мәхрүм ителер ине. Ә был хәлде күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Балаларһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк! Шулай итеп, бар аҡсаны туплап, Ольга Үзбәкстанға китә.


Марат был мәлдә ваҡытлыса эшһеҙ тороп ҡалған, етмәһә, ирҙең балаларҙы ҡалдырып торор яҡын кешеһе булмаған. Иң бәләкәстәренә – өс ай ғына. Уларҙы ашатырға ла кәрәк бит. Был хәлгә аптыраған ир “Ғаилә” үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәм унда ярҙам тапҡан.


Бер килһә бәхет, килә бит. Тап ошо мәлдә Хәрби диңгеҙ флоты көнө билдәләнгән икән. Ошо байрамды билдәләүселәр ҙә килеп, балаларҙы ҡыуандырып, күп кенә бүләк ҡалдырған. Үҙәктә пособиены юллай алмаһалар ҙа, бәләкәстәрҙе кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндәр. Социаль хеҙмәткәр ҙә көнөнә ике тапҡыр килеп балаларҙы тәрбиәләшкән.


Ә Ольга 11 октябрҙә генә кире Башҡортостанға килә алған. Ул гражданлыҡ юллай алмаған әле.


Күп балалы ғаиләгә “Ғаилә” үҙәгенең юрисы ярҙам итә икән. Ольга менән Марат Күсәбаевтар социаль ярҙам алыр, тип ышанғы килә.


Әйткәндәй, “Ғаилә” үҙәге – республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында эшләгән дәүләт ойошмаһы.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас