Новости
23 Октябрь 2019, 07:41

11 кешене төпһөҙ кәмәгә ултыртҡан

Өфөнән бер эшҡыуар йорт һалып бирәм тип халыҡтан алты миллион һумдан ашыу аҡса йыйып алған.

Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре күсемһеҙ милек өлкәһендә законһыҙ рәүештә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙы асыҡлаған. 44 йәшлек йүнсел лицензияһы, теркәүе булмаһа ла, каркас йорттар етештергән һәм төҙөгән, етмәһә, йорттарҙы тапшырыу ваҡытын үтәмәгән, объекттарҙы сафҡа индергәндә сифатына иғтибар бирмәгән.


Эшҡыуарҙың Өфөнөң Калинин районында, Өфө һәм Благовещен райондарында йорттар һалыуы билдәле булған. 2016 йылдың сентябренән 2019 йылдың февраленә тиклем "булдыҡлы" ир 11 кеше менән килешеү төҙөп, уларҙан 6,4 миллион һум алған.


Әле ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас