Новости
22 Октябрь 2019, 06:39

Йортто талап сыҡҡандар

Бөрө ҡалаһында йәшәгән 33 йәшлек ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Ул, сит өлкәлә эштә йөрөгәнсе, йортонан көнкүреш техникаһын урлағандар, тип белдергән.

Мәғлүм булыуынса, ике бур йорт ихатаһына ингән һәм өйҙөң тәҙрәһен ватып, эскә үткән.


Улар башта металл әйберҙәр эҙләгән, аҙаҡ иһә көнкүреш техникаһына күҙҙәре төшкән. Үҙҙәре менән ике мультиварка, икмәк бешереү мейесе, ТВ-приставка, DVD-плеер, музыкаль колонкалар, электр бысҡыһын алып киткәндәр.


Баҡһаң, ҡыҙы эштә саҡта йортҡа хужабикәнең әсәһе күҙ-ҡолаҡ булып торған, өйгә бурҙар ингәнен дә ул тәүге булып күргән. Шунан ҡыҙына хәбәр иткән.


Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре оператив саралар күреп, енәйәтселәрҙе тотҡан. Бурҙарға 23 һәм 27 йәш, улар быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған.


Был кешеләрҙең башҡа енәйәттәргә лә мөнәсәбәте булыу-булмауы асыҡлана.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас