Новости
22 Октябрь 2019, 06:37

Яңы йыл каникулын иҫерткес эсемлекһеҙ үткәрәбеҙме?

Төбәк етәксеһе Яңы йыл каникулдарында кешеләр спорт һәм мәҙәни сараларға йәлеп ителергә тейеш тип һанай.

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙе ун көн каникул көтә, күп кешеләр айнымай эсәсәк. Һөҙөмтәлә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары, башҡа төр енәйәттәр арта. Был ун көн дауамында алкоголь һатыуҙы сикләү буйынса ниндәйҙер сараларға барырға әҙермен. Һабантуй һәм башҡа байрамдар мәлендә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Әлбиттә, беҙ халыҡты бөтә байрам буйына алкоголһеҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, әммә нисек дөрөҫ эшләп булыуын уйларға тейешбеҙ. Тәҡдимдәрегеҙҙе еткерегеҙ", – тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас