Новости
22 Октябрь 2019, 06:49

Вандалдарҙы эҙләйҙәр

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә ике ир кешенең эҙләнеүе хаҡында иғлан итте. Уларҙың вандалдар булыуы ихтимал.

Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар 6 октябрҙә таңғы сәғәт 7-лә “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы һәм “Каруанһарай” туҡталыштарындағы ҡоролмаларҙы емергәндән һуң, урам видеокүҙәтеүе камераларына эләккән. “Был ирҙәр ваҡиға урынынан йыраҡ булмаған күңел асыу клубына ингән”, – тинеләр министрлыҡта.


Уларҙың билдәләре: беренсеһе, 27-30 йәштәр самаһы, буйы 175-180 см, сәстәре ҡара. Ҡара куртка, аҡ футболка, зәңгәр джинс салбар кейгән. Икенсеһе, 27-30 йәшлек, уртаса кәүҙәле, буйы 170-175 см, сәстәре ҡара, һаҡалы бар. Ҡара куртка, күк джинс салбар кейгән.


Кем уларҙы күргән йәки ҡайҙалығын белә, яҡындағы полиция бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ йәки түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: (347) 279-56-22, 8-999-741-1135, 02 (102 – кеҫә телефонынан).Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас