Новости
22 Октябрь 2019, 06:45

Талаусыны тотҡандар

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәренә 32 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул үҙен талап китеүҙәрен, йәрәхәтләүҙәрен белдергән.

Баҡһаң, ир планшетын һатырға уйлаған, иғлан биргән. Шунда уҡ “һатып алыусы” ла табылған. Осрашыуға килгәс, иргә һөжүм иткәндәр, гаджетты тартып алып киткәндәр.


Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала талаусының эҙенә төшкән. Ул быға тиклем хөкөм ителгән 21 йәшлек егет булып сыҡҡан. Ул ҡылығын таныған, гаджетты хужаһына ҡайтарғандар.


Талаусы әйтеүенсә, урамда иҫерек ирҙе осратҡан, ул планшетын һатып алырға тәҡдим иткән. Хаҡы юғары тойолғас, егет иргә бер нисәне тондорған, ә планшет ергә төшкән. Ул арала сос әҙәм гаджетты эйелеп алып, ҡасып та киткән.


Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас