Был этапҡа үткән ғаиләләр төрлө номинацияларҙа көс һынашасаҡ. “Ғаилә – дәүләт нигеҙе”, “Ғаиләнең ижади оҫтаханаһы”, “Әсәй, атай, мин – спортты яратҡан ғаилә”, “Художестволы ижад конкурсы” тип аталған бәйгеләр конкурсанттарҙың даланын, оҫталығын, ижади потенциалын асыҡлауға йүнәлтелгән.
Бәйге һөҙөмтәһе буйынса билдәләнгән иң яҡшы опекундарға (попечитель), балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләгә Башҡортостан Башлығының 100 мең һумлыҡ премияһы тапшырыласаҡ. Унан тыш төрлө номинацияларҙа ҡиммәтле бүләктәр ҙә биреләсәк.
Бәйгенең үҙенсәлектәренә килгәндә, ағымдағы йылдың февраленән май айына тиклем республиканың район-ҡалаларында конкурстың һайлап алыу турҙары үтте. Һөҙөмтәлә, конкурсҡа 49 ғаиләнән ғариза килгән, уларҙың 35-е бәйгенең ситтән тороп үткәрелә торған этабына үткән. Конурсанттар республиканың 33 районының данын яҡлаған.
Әйтергә кәрәк, конкурстың финалына сыҡҡан был ғаиләләр – үҙҙәре үк еңеүсе, сөнки улар – төбәгебеҙҙең иң шәп, иң алдынғы опекундары (попечителдәре), тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләре. Сит балалалар булмай – ошо ябай, әммә бөйөк хәҡиҡәткә инанған, йөрәк йылыһын йәлләмәй бүлешкән, балалар хаҡына йәшәгән кешеләр улар.
Конкурстың төп маҡсаты – етем балаларҙы тәрбиәләүҙә ғаилә формаларын ҡулланыу һәм үҫтереү, социаль реабилитация, тәрбиәгә алынған балаларҙың физик, интеллектуаль, ижади һәләттәрен үҫтереү, уларҙы социалләштереү проблемаһына иғтибар йәлеп итеү.