Новости
22 Октябрь 2019, 01:27

"Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәт" проектына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Республикабыҙҙа "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә төрлө саралар үткәрелә.

Ошо көндәрҙә ауыл мәҙәниәт йорттарынан 2020 йылға "Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте" проекты өсөн ғаризалар ҡабул ителеп бөттө. Был турала "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостандағы пресс-секретары хәбәр итә.
Быйыл проектта 15 ауыл мәҙәниәт йорто ҡатнашҡан ине. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 5 млн 344 мең һум тәшкил итте. Был аҡсаларға мәҙәниәт йорттарында ремонт үткәрелде, яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары, артистарға кейемдәр, музыкаль ҡоралдар һатып алынды. Киләһе йылда ла финанслау шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ.

#нацпроекты
Читайте нас