- Эйе, был спектакль минең яҙмышыма оҡшаш. Бынан тыш, режиссер Айрат Абушахманов уны ҡуйырға йыйынғанда уҡ, әгәр Фидан Сафа улы уйнауҙан баш тартһа, мин был спектаклде ҡуймаясаҡмын, тип белдерҙе.
Кем балаһын юғалтҡан, шул ғына трагедияның бөтә тәрәнлеген аңлай һәм еткерә ала. Донъяла үҙ балаңды юғалтыуҙан да ҙур ҡайғы юҡ... Айбулат улым арабыҙҙан киткәс, мин был ҡайғыны кисерә алмаҫмын, тип уйлағайным. Тормош мәғәнәһеҙ тойолдо. Шул саҡта мин ҡыҙымды ҡабул иттем һәм үҙемә яҙҙырттым. Уға 10 йәш. Ул бик һәләтле, минең 70 йәшлек ижад кисәмдә ҡатнашты.Ҡыҙыма һәр яҡлап ярҙам итергә тырышам, түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөтәм, - тип яуапланы яратҡан артисыбыҙ.Башҡортостан гәзитенән.