Новости
22 Октября 2019, 06:44

215 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Белорет ҡалаһында йәшәүсе 47 йәшлек ҡатынға шылтыраталар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған ир ҡатынға, иҫәбенән аҡса юғалыуҙы иҫкәртеү өсөн, аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереп, терминал аша электрон көшөлөккә һалырға тәҡдим итә. Оҙаҡ уйлап тормай уның әйткәндәрен үтәгән ҡатын 215 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.


68 йәшлек пенсионер ҙа шундай хәлдә ҡала – уның 35 мең һум аҡсаһы юҡ була.


Ике осраҡ буйынса ла РФ Енәйәт коексының 159 –сы статьяһы (“Мутлашыу”) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас