“Ул саҡта "Каруанһарай" ансамблендә эшләй инем, – ти йырсы. – Бер районда концерт ҡуябыҙ. Гримеркала сәй эсә-эсә сығыш яһар мәлемде көтә. Ишетәм: бер мәл мине иғлан итәләр. Йүгереп килеп сәхнәгә сығыуын сыҡтым да, аяғымда нимәлер етмәгән һымаҡ. Баҡтиһәң, тапочкаламын... Әммә барыбер, яңылыш, тип кире инеп булмай. Ярай әле Вилдан Яруллин, эштең ниҙә икәнен һиҙеп: "Ни эшләнең һин, Рәдиф?" – тип хәлде шаяртыуға борҙо. Халыҡ был хилафлыҡты аңламай ҙа ҡалды шикелле. Шулай ҙа был хәл миңә ғүмерлеккә һабаҡ булды".