Новости
20 Октябрь 2019, 10:52

Диана менән Реана ҡайҙа йөрөгән?

Биш көн буйына апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың ҡайҙа йөрөгән икәнлеге билдәһеҙ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Стәрлетамаҡта йәшәгән 16 һәм 17 йәшлек Насировалар 15 октябрҙә ғәйеп булғайны. Ҡоттары осҡан ата-әсә полицияға мөрәжәғәт итә, аҙаҡ эҙләүҙәргә ирекмәндәр ҙә ҡушыла.


Һөҙөмтәлә кисә кис ҡыҙҙарҙы табып, ата-әсәһе ҡулына тапшырғандар. Уларҙың ҡайҙа йөрөүе һәм нисек табылыуы тураһында хәбәр ителмәй.


Шуға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Юғалыу тураһында интернетта мәғлүмәт килеп сығыу менән ғәйеп булған үҫмерҙәр табыла. Әллә махсус рәүештә кем һәм нисек эҙләрҙәр икән тип көтөп ултыралармы? Тик бындай дан йәш кешегә кәрәкме икән... Һәр хәлдә, ата-әсәһе әҙерәк аҡыл уҡытып алһа, артыҡ булмаҫ.
Читайте нас