Новости
20 Октябрь 2019, 10:54

Бында Шағир тыуған

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилей саралары тыуған яғында – Шишмә районының Келәш ауылында дауам итә.



Әле унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мостай Кәрим фонды директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов, төрлө илдәрҙән ҡунаҡтар, шиғриәт һөйөүселәр ҡатнаша.


Ҡунаҡтар башта Илһам шишмәһенән ауыҙ итте, аҙаҡ Мостай Кәрим аллеяһына ағастар ултыртты.




Читайте нас