Новости
19 Октябрь 2019, 13:22

Йомортҡа ашау буйынса Американы уҙғанбыҙ!

Йылына һәр Рәсәй кешеһе нормала ҡаралғандан 20 йомортҡаға күберәк ашай. Был күрһәткес буйынса Рәсәй АҠШ-ты һәм Евросоюзды уҙып, бары Ҡытайҙан ғына ҡалыша.

Һәр кеше йылына 280 дана йомортҡа ашай, был норманан һигеҙ процентҡа артыҡ. АҠШ-та был күрһәткес 240, ә Ҡытайҙа 300 тәшкил итә. Аналитиктар әйтеүенсә, һуңғы ун йылда йомортҡа тотоноу Рәсәйҙә йылына уртаса бер процентҡа артҡан. Иҫәпләүҙәр буйынса , 2024 йылға был аҙыҡты етештереү 47,7 миллиард данаға етәсәк.
Читайте нас