Новости
19 Октябрь 2019, 13:26

Вейп сире тиҫтәләгән кешенең үлеменә килтергән

Электрон тәмәке тартаһығыҙмы? Насар! Табиптар саң ҡаға: вейп (электрон тәмәке) тартҡан кешеләр араһында билдәһеҙ сирҙән һәләк булғандарҙың һаны утыҙҙан ашҡан. Был хаҡта АҠШ-тың Сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм күҙәтеү үҙәге хәбәр итә.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, АҠШ-та 15 октябргә ҡарата 24 штатта 33 кеше үлгән. Шулай уҡ 1,5 мең кешенең үпкәһендә үҙгәрештәр теркәлгән. Уларҙың барыһы ла электрон тәмәке йәки вейп ҡулланғаны билдәле. Тәмәке өсөн ҡулланылған ҡатнашмала күп осраҡта тетрагидроканнабинол, йәғни киндер составында булған матдә табылған.


Сирҙең төп сәбәбе асыҡланмаған. Әммә Америкала милләт һаулығы өсөн етди борсола башлағандар һәм вейптарҙы, электрон тәмәкеләрҙе тыйыу мәсьәләһе тикшерелә.
Читайте нас