Новости
18 Октября 2019, 09:38

Стәрлебаш райветстанцияһы хәбәр итә!

(1434) БР Стәрлебаш райветстанция дәүләт бюджет учреждениеһы район халҡына 2019 йылдың 14 октябренән дәүләт ветеринар селтәре ветеринар хеҙмәткәрҙәре тарафынан граждандарҙың шәхси хужалыҡтарында планлы профилактик һәм диагностикалау саралары үткәреүе тураһында хәбәр итә.

Түбәндәге саралар:

- себер түләмәһенә ҡаршы вакцинация;

- эмфизематоз карбункулға ҡаршы инъекция;

- лаборатор тикшереүе өсөн ҡан алыу (бруцеллез, лейкоз);

- бөтә ауыл хужалығы малдарын индентификациялау һәм умарталыҡ паспорты биреү менән умарталарҙы чиплау.

Теләк буйынса:

- витаминлаштырыу;

- экто- һәм эндопаразиттарға ҡаршы эшкәртеү.

Һыйырҙарҙан, башмаҡтарҙан ҡан вакуум ысул менән алына.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләренә вакцинациянан һуң малды 14 көн дауамында һуйыу тыйыла. Малдарҙы себер түләмәһенә һәм эмфизематоз карбункулға ҡаршы вакцинациялау, бруцеллез һәм лейкозға тикшереү мотлаҡ ветеринар сара булып тора.

Бәйләнеш өсөн телефон: 2-22-80. Реклама.
Читайте нас