Новости
17 Октябрь 2019, 05:46

Зарланмаҫбыҙ...

Дүртөйлө ҡалаһы бер көндә 15 өр-яңы сүп-сар йыйыу машинаһына байыны.

"Дүртөйлөмелиоводстрой" йәмғиәте үҙенең техник ҡеүәте артыуын күрһәтте. Яңы машиналар төрлө күләмдәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына иҫәпләнгән: ҙурҙары ла, бәләкәйерәктәре лә бар. Улар евротейәгестәр менән йыһазландырылған, бөтә талаптарға яуап бирә. Ҙур габаритлы сүп-сар ташыуға иҫәпләнгәндәре лә ҡайтарылған.


"Дүртөйлөмелиоводстрой" вәкилдәре белдереүенсә, йәмғиәттең машина-трактор паркы йыл аҙағына тиклем тағы ла артасаҡ, декабрь аҙағына тағы ла 17 машина ҡайтарыу күҙ уңында тотола. Былай булғас, йәмғиәт яуаплылығындағы райондарҙа сүп-сар ваҡытында сығарылмай тип зарланырға урын ҡалмаҫ, моғайын.

Читайте нас