Баланың әсәһе – модель, блогер Анастасия Решетова. 23 йәшлек сибәркәй өсөн – был беренсе бала, ә Тиматиҙың биш йәшлек Алиса исемле ҡыҙы бар. Уның әсәһе – билдәле модель Алена Шишкова, әммә баланы Тиматиның әсәһе Симона Йоносова ҡарай.
Яңы тыуған сабыйға Ратмир тигән исем ҡушҡандар. Быға аптырайһы түгел: малай атаһының йән дуҫы, 18 йәшендә фажиғәле вафат булған йырсы Ратмир Шишков исеме менән аталған.
Тимати менән Анастасия дүрт йыл самаһы бергә. Быға тиклем модель ауырлы осоронда үҙен бик насар тойоуын, йөклөлөктө ҡыйын кисереүен яҙғайны.Башҡортостан гәзитенән.