Новости
17 Октябрь 2019, 07:45

Республика юлдарында инспекторҙар водителдәрҙе һәм йәйәүле граждандарҙы тикшерә

Тап көҙ көнө иртә ҡараңғы иртә төшөү сәбәпле, юлдарҙа авариялар арта. Уҙған аҙнала ғына төбәктә 40 кеше машина аҫтына эләккән. Күп осраҡта йәйәүлеләр рөхсәт ителмәгән урында юл аша сығып бәләгә тарый.

Уҙған аҙнала ғына республикала йәйәүлеләр ҡатнашлығында 40 авария теркәлгән. Юл аша сығып барған кешеләр иғтибарлыраҡ һәм яуаплыраҡ булһа, был һандар күпкә аҙыраҡ булыр ине.
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, машина аҫтында тапалып һәләк булған граждандарҙың береһендә лә яҡтылыҡты сағылдырыусы таҫмалар булмаған. Законға ярашлы, ҡараңғы төшкәс юлда хәрәкәт иткән һәр шәхестең кейемендә ҡиммәт тормаған, әммә хәүефле осраҡта водителде иҫкәрткән махсус элемент булырға тейеш. Улар ғәҙәттә, рулдәгеләрҙең иғтибарын 300 метр алыҫлыҡтан уҡ йәлеп итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙоусы граждандар менән әңгәмә үткәреп уларға яҡтылыҡты сағылдырыусы таҫмалар таратты. Кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән элементтар кейем-һалым кибетендә 50-100 һум тирәһе тора. Юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа теләгең генә булһын. Шулай уҡ инспекторҙар трасса буйындағы кафе, кибеттәргә махсус буклеттар элеп сыҡты.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас