Новости
17 Октябрь 2019, 13:44

Һигеҙ йәшлек бала бәләгә тарыны

Өфөләге Чернышевский урамында 43 йәшлек водитель иртә менән “Лада Веста“ автомобилендә һигеҙ йәшлек малайҙы бәрҙертә. Бала мәктәпкә китеп барғанда көйләнмәй торған йәйәүлеләр юлы аша сығып барған булған.

Авариянан һуң тән йәрәхәттәре алған баланы дауаханаға оҙаталар. Бәхеткә күрә, малай иҫән ҡала, медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң уны өйөнә ҡайтаралар. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән үткәүелдәрҙә водителдәр һағыраҡ, иғтибарлыраҡ булһа ине.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас