Новости
17 Октябрь 2019, 13:46

Бындай ҡар ҡайҙа яуған?

Быйыл ҡыш иртә килергә уйлаймы икән? Сентябрҙә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡар яуып, бер аҙ ҡурҡытып алһа ла, тиҙ генә иреп бөттө.

Ғәҙәттә, Белорет районында ҡыш иртә башлана. Быйыл да республиканың иң бейек тауҙары урынлашҡан Иҙел башында ҡыш башланған тип әйтергә лә була, сөнки Ямантауҙа, Ирәмәлдә, Бишитәктә ҡар ята. Ҡарҙы һағынған туристар Ирәмәлгә күтәреп, тәбиғәттең хозурлығы менән кинәнә. Һыуыҡтарҙың башланыуы туристар өсөн хәүеф тә тыуҙыра, шуға ла үҙаллы сәйәхәттәр менән мауығырға ярамай, күңелһеҙ тамамланыуы бар.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас