Новости
17 Октябрь 2019, 13:41

Ата-әсәһе ныҡ борсола…

Өфөлә 19 йәшлек Клара Ейәнгированы эҙләйҙәр. Ҡыҙыҡай дүрт көн элек өйҙән сығып киткән дә эҙһеҙ юғалған.

Апаһы Диана әйтеүенсә, Клара 13 октябрҙә сәғәт 7-ләр тирәһендә өйөнән – Өфөнөң Федоровка ауылынан сығып китә. Юғалырҙан алда дуҫтарына, егете янап шылтыратыуы, шуға ҡарамаҫтан, уға барырға йыйыныуы хаҡында әйткән. Туғандары, егет өйөнән сығармай тотоуы ихтимал, тип уйлаған. Бәйләнешкә сыҡҡас, ул: «Клара миндә түгел», - тип белдергән…


«12 октябрҙән бирле берәү менән дә бәйләнешкә сыҡманы. Ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ. Полицияға ғариза яҙҙыҡ. Күреүселәр булһа, зинһар, ярҙам итегеҙ!» - тип борсолоп мөрәжәғәт итә ата-әсәһе һәм апаһы Диана.


Өҫтөнә зәңгәр пальто, ҡара салбар кейгән. Сәстәре еҙ төҫөндә, күҙҙәре һоро, буйы 160 сантиметр тирәһе. Фотолағы ҡыҙҙы күреүселәр йә уның ҡайҙа булыуы хаҡында мәғлүмәт белеүселәр булһа, 89373012506, 89177401999 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас