Новости
16 Октября 2019, 09:15

Ҡыйыҡһыҙ өйҙә ҡыш сығып булырмы?

Салауат ҡалаһындағы янғындан һуң ҡыйыҡһыҙ ҡалған өйҙә йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе дауам итә.

Ремонт ваҡытында уларға ваҡытлыса йәшәү өсөн торлаҡ бирәләр, әммә ярты йыл үтһә лә, хәл һаман да элеккесә, эш башланмаған да.


Май айында булған янғында фатир хужабикәһе һәләк була, күршеләргә 25 мең һумлыҡ компенсация түләнә. Әлеге ваҡытта йорттоң ҡыйығы юҡ, түшәм һәм стеналар күгәргән, өй нигеҙе ҡаҡшаған. Ҡала хакимиәте йортто сентябргә тиклем ремонтларға һүҙ бирһә лә, эш башланмаған да.


Фатир хужалары йорттоң тамам емерелеүенән ҡурҡа, ул авария хәлендә иҫәпләнмәһә лә, көндән-көн юҡҡа сыға бара. Ҡыйыҡһыҙ өйҙә нисек ҡыш сығырға?



Читайте нас