Замандашыбыҙ, һоҡланғыс талант эйәһе, башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен тыуҙырған Рәйес Түләк ижадта янды, әммә тере рухы булған шиғырҙары менән халҡыбыҙҙың аңын уятып, әҙәбиәттә яңы образын тыуҙырып, һуңғы һулышына, тамсы ҡанына тиклем милләтенә йәнен фиҙа ҡылып китте.
Рәйес – һәр өнө, ауазы, һәр шиғыры, өтөр-нөктәһе менән башҡорт шағиры! Уның ижадында башҡорт характерының бар яҡтары ла – саялығы ла, сәмлелеге лә, айбарлығы ла, вайымһыҙлығы ла, моңлолоғо ла – бына ошо ХХI быуатҡа нисек килеп еткәнбеҙ, ниндәй милли һыҙаттарыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, ниндәйҙәрен үҫтергәнбеҙ, шулар барыһы ла бар ине унда.
“Бельские просторы” журналында тәржемәләр конкурсын беҙ уның “Аҡ фонтан” шиғыры менән башлап ебәргәйнек. Шунда бер нәмәне аңлап ҡалдым: тәржемә, ғөмүмән, ҡатмарлы эш, ә милли рух, моң менән һуғарылған шағирҙың әҫәрҙәрен башҡа телгә ауҙарыу мөмкин дә түгел кеүек. Рәйестең шиғырҙары ла, үҙе кеүек, тик халҡына тоғро, тик башҡорт халҡына хеҙмәт итә! Беҙҙең заман шиғриәтендә ысын башҡорт образын тыуҙырған ижадсы ул Рәйес Түләк. Ул – башҡорт халҡының шағиры.
2016 йылдың 20 майында: “Туҡай урамындағы мәсеттән сығып килгәндә, “Белем” магазинына инеп, был тиклем бәрәкәткә юлығырмын тип уйламағайным. Рәйес Түләктең “Мең дә икенсе кис” китабы һатылып ята, имеш. 68 һум ғына. “Был китап ҡайҙан килеп сыҡты? Тағы ла бармы? Складта күпме бар, алып сығығыҙ!” – тинем һатыусыға. “Сыҡҡан китап һатыла инде. Ниңә аптыранығыҙ?” – ти миңә ул. 2007 йылда донъя күргән ғәзиз йыйынтыҡ менән бөгөн килеп йәнә осрашыуыма таң ҡалдым. Складта, әлбиттә, ҡабат булмай сыҡты. Рәйес үҙе корректураһын уҡып, сыҡҡанын күрмәй киткән китап бит был! Ҡөҙрәттәрең, хикмәттәрең күп һинең, Раббым. Мин бит уны күпме дуҫтарыма бүләк иттем, ә үҙемдекен урлағайнылар. Рәхмәт был китапты яңынан бүләк иткәнеңә, Хоҙайым!” – тип яҙып ҡуйғанмын. 14 октябрҙә Рәйескә 60 йәш тулған булыр ине... Шул да булдымы йәш... Түгелде күҙемдән йәш...
Бик ят миңә бындай кәйеф-сафа,
Бик ят миңә бындай табындар.
Күңелемдә ҡоштар төбәк иткән
Урман ялҡындары ҡабынған.
Ә ҡасандыр бик-бик танһыҡ ине –
Мәңге шулай йәшәр кеүек инем,
Йырҙар яҙып, һәр саҡ көрәшеп.
Аралашыу тигән бәхеттән дә
Була икән хатта баш тартып.
Йәшәр кеүек инем мәңге янып,
Һәр бер миҙгелемде яратып.
Әллә ниңә үҙ-үҙемдән көлһәм,
Мин бит көләм шундай булғанымдан,
Мин бит көләм һеҙҙең өсөн дә.
Хәтәрҙәрен яҙмыш йәлләмәне –
Үҙ-үҙемде эҙләп барған саҡта,
Юҡҡа сыҡты йүгән, юҡ атым.
Үҙ-үҙемде эҙләп барған саҡта,
Мин үҙемде таптым төрмәлә.
Сыҡманы ул кис тә, иртә лә.
Үҙ-үҙемде эҙләп барған саҡта,
Мин дауылда таптым үҙемде.
Дауыл булып, дауылламай ҡара...
Түҙгән саҡтар булды, түҙелде.
Мин үҙемде эҙләп барған саҡта,
Осҡондарын сәсеп иланы ул,
Бөтә булмышымды ҡосаҡлап.
Үҙ-үҙемде эҙләп барған саҡта,
Ҡалҡан булып баҫтым алдыма.
Үҙ-үҙемә ҡалҡан булдым микән,
Ҡалҡан булғым килде халҡыма.
Юғалтыуҙар, табыштарым нимә?
Мин китергә әҙер көтһәләр –
Һинең рухың усаҡ булып янһа,
Башҡортостан күкрәр, тиһәләр.
Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Ғилман Ишкинин иҫтәлегенә
Китеп бара берәү, ҡай тарафҡа?
Йөҙө моңһоу – күҙҙәрендә һағыш,
Мохтажмы ул йылы бер ҡарашҡа,
Ҡәһәрле … өшөткәнме яңылыш…
Уң ҡулына ҡыҫып тотҡан ҡәләм,
Һыҡрау ҡатыш ниҙәр яҙа икән.
Үҙе ябай, әммә серле әҙәм.
Шағирлығы һынау-яза микән?
Әллә уның хәлен бер кем тоймай?
Туғандары бармы, ҡайҙа дуҫтар.
Терәкһеҙ бит ерҙә йәшәп булмай,
Бер-береһен ташламай бит ҡоштар.
Өмөт-хыялдарын кем емергән,
Ҡаты бәғерлеләр ерҙә арта.
Әрнеүҙәре маңлайына ныҡ һыҙылған,
Ах(ы)ры ауыр йөктө күптән тарта.
Нисек итеп һине ҡотҡарырға,
Һынмаҫ өсөн рухи ҡанаттарың?
Бар йыһанға әллә ҡысҡырырға,
Халҡым, һаҡла, тип таланттарың.
Китеп бара юлсы ҡай тарафҡа?
Күҙҙәрендә илатырлыҡ һағыш.
Һис шикһеҙ ул мохтаж нур-ҡарашҡа,
Рәнйеткәндер елдәр бары яң(ы)лыш.
Тормошоңда абынғанда ташҡа,
Ниндәй һынау ҡуйҙы һеҙгә яҙмыш...
Яҙғандары аҫылташтай табыш,
Оҡшамаған береһенә лә башҡа!