Новости
16 Октябрь 2019, 09:10

“Ул китапханасыларҙы яратты”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мостай уҡыуҙары” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына республика китапханасылары ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән дә китап һөйөүселәр йыйылды. Сарала Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Рәсәй төбәктәре ғалимдары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Конференцияны ойоштороусылар – З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Мәҙәниәт министрлығы.

Сараны асып, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны, Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова исеменән ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм Мостай Кәрим ижадының юғары сәнғәт өлгөһө булыуын билдәләне.


Биш секцияла фән һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәрим ижады буйынса фекер алышты: “М. Кәрим­дең шәхесе, яҙмышы һәм ижады дәүерҙең тарихи-мәҙәни, ижтимағи-сәйәси контексында”, “М. Кәрим әҫәр­ҙәрендә донъяның художестволы һәм тел картинаһы”, “Полилингваль донъяла М. Кәрим ижады: художестволы тәржемә сәнғәте”, “М. Кәрим мәғариф киңлегендә: яҙыусы ижадын вузда һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү йолаһы һәм тәжрибәһе”, “М. Кәрим мираҫын популярлаштырыу һәм һаҡлау”.


Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова – был сараны ойоштороусыларҙың береһе, һәм ул үҙ сығышында: “Атайым асылы менән уҡытыусы булды һәм уҡытыусыларҙы, китапхана­сы­ларҙы ифрат яратты. Бөгөн китапха­насының иңендә уҡытыусылыҡ бурысы ла ята. Замана технологияларын да файҙаланып, китапханасылар атайымдың ижадын уҡыусыға еткереү эшен алып бара. Атайым һәр ваҡыт: “Минең бәхет запасым ҙур!” – тиер ине. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә ул Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа ҡатнашыуын да күҙ уңында тотҡандыр. Шул уҡ ваҡытта ул уҡыусыһы һөйөүен тойоп йәшәне. Уның әҫәрҙәрен уҡынылар. Яраттылар. Бына ошондай сараларҙа уның бәхет запасы тағы ла артыуын тоям. Рәхмәт барығыҙға ла атайымдың ижадын пропагандалау, уҡыусыға еткереү эшен алып барғанығыҙ өсөн!” – тине.


Конференцияла Үзбәкстан Фәндәр академияһы үзбәк теле, әҙәбиәте һәм фольклоры институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Гөлноз Сатторова сығыш яһап, бөгөн төбәктәрендә Мостай Кәрим ижадын ентекле өйрә­неүҙәре хаҡында һөйләне. “Ай то­толған төндә”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәр­ҙәре сәхнәләштерелә икән. Унан тыш, шағир әҫәрҙәре буйынса радио­тап­шырыуҙар ҙа эфирға сыға. Оҙаҡламай “Диктаторға ат бирегеҙ!” әҫәрен тәржемә итеп, халыҡҡа еткерергә уйлайҙар. Гөлноз Юныс ҡыҙы сығы­шын: “Мостай Кәрим – ул үзбәк халҡының да яҙыусыһы!” – тигән һүҙҙәр менән тамамланы.


Ҡаҙағстандың Милли китап­ха­наһының диссертациялар бүлеге етәксеһе Гөлнар Бахтыгәрәева үҙ сығышында: “Ҡаҙаҡ халҡы Мостай Кәрим ижадын үҙ итә. 2007 йылда, “Мәҙәни мираҫ” программаһына ярашлы, әҙиптең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрҙәре тәржемә ителде”, – тине. Ошо уҡ фекерҙе Ҡаҙағстандың Милли академия китапханаһының сәнәғәт секторы етәксеһе Исаҡ Алуа ла белдереп, Алматыла быйыл бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелеүен атап китте. “Мостай Кәрим ижады – ул төрки әҙәбиәттәр өсөн үҙ донъя”, – тине.


Философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина олуғ яҙыусының әҫәрҙәренә яҡтылыҡ һәм изгелек кеүек сифаттар хас булыуын билдәләне. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязов тап Мостай Кәрим ижады аша республиканан ситтә Башҡортостанды, башҡорттарҙы та­ныуҙарын әйтте. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, геог­рафия фәндәре докторы Айбулат Псәнчин, шағирҙың ғүмер юлы, ижады аша тотош дәүерҙең картинаһын күҙ алдына баҫтырабыҙ, әҙәбиәт тарихына, антологияһына уның әҫәрҙәре ингән һәм уларға ентекле анализ бирелгән, тине.


М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты проректоры Людмила Царева әлеге уҡыу йортонда Баш­ҡортостандан тәржемәселәр төркөмө уҡыуы һәм уларҙы нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу тап Мостай Кәрим әҫәр­ҙәре аша барыуын билдәләне. Бары тик тәржемә аша ғына яҙыусыларҙың ижады донъя кимәленә сыға ала, шуға күрә киләсәктә был эшкә ҙур иғтибар йүнәлтеү мөһим.


Филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миң­леғәле Нәҙерғолов үҙ сығышында әҙиптең тотош ижадына анализ яһаны. Шағир, прозаик, драматург һәм публицист Мостай Кәрим ижады – ул һүҙ сәнғәте өлгөләре, тип билдәләне.


Шулай итеп, Мостай Кәрим ижадын пропагандалаған китапхана хеҙмәт­кәрҙәре араһындағы конкурста Өфө ҡалаһы Үҙәк китапханаһының методик бүлегенең баш китапханасыһы Любовь Белкина гран-при яуланы. 1-се урынға Бәләбәй, Кемерово, Татарстан китапханасылары сыҡһа, 2-се урынды Күгәрсен, Яңауыл, Межгорье вәкил­дәре алды. 3-сө урын – Ямал-Ненец автономиялы округы, Чечен Респуб­ли­каһы, Мәсетле районы китапханасыларында. Саҡмағош, Учалы, Тә­тешле, Нефтекама, Әстрхан, Владимир китап һөйөүселәре махсус диплом менән бүләкләнде. Халыҡ-ара кимәлдәге сара йәнә лә бер тапҡыр башҡорт яҙыусыһының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре донъя кимәлендә өйрә­нелеүен сағылдырҙы.




Читайте нас