Новости
16 Октябрь 2019, 09:14

Себендәй ҡырылмаһын халыҡ...

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йылдың туғыҙ айына йомғаҡ яһаны. Ошо осорҙа республикала йәйәүлеләрҙе тапатыуҙың 805 осрағы теркәлгән.

Был – бөтә юл-транспорт ваҡиғаларының өстән бер өлөшө тигән һүҙ. 73 үлем осрағының 58-ендә йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле тип табылған. Үлем осраҡтарының күп өлөшө тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килә.


“Үткән аҙнала ғына 41 йәйәүлене юлда бәрҙереп киттеләр. 13 октябргә ҡаршы төндә юлдарҙа бер юлы өс кеше һәләк булды, – ти инспекторҙар. – Күпселек фажиғәләрҙең сәбәбе – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу. Хәҙер водителдәргә юлдарҙа йөрөү ҡыйынлаша, еүеш асфальтта күреүе ауырлаша, ҡараңғы тиҙ төшә. Йәйәүлеләрҙең үҙҙәренә һағыраҡ булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, – тип иҫкәртә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.



Читайте нас