Ауыл яғына был ҡайтҡанымда оло кешеләрҙең хәлен белешеү маҡсаты ҡуйҙым, сөнки өлкән йәштәгеләр менән бер осрашып, һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер. “Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” тип бушҡа әйтмәгәндәр, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарға ла, һағыш-хәсрәттәргә лә бай тормош юлы менән танышып, фәһем алаһың, йәшәйештәге ваҡ-төйәктән өҫтөн, сабыр булырға өйрәнәһең.
Нәбирә еңгәм янына бынан алда килгәнемдә инеп сыҡҡан инем. Ул – атайымдың бер туған ҡустыһы Әбдрафиҡ ағайымдың ҡатыны, әсәйемдең кесе килендәше, хәҙер 77 йәштә. Нәбирә еңгәм Иҫәкәй ауылында Рәфис исемле кесе улы менән бергә йәшәй. Балалары Рәфил, Рәсүл, Илмира, Миңлегөл һәм килен-кейәүҙәре еңгәм өсөн өҙөлөп тора.
Был килеүемдә юлды иң тәүҙә әсәйемдең тыуған ауылы Һарғайға ҡарай тоттоҡ. Унда әсәйемдең 83 йәшлек ике туған һеңлеһе Мәрйәм апайым йәшәй. Өләсәйем Мөьминә менән Кәбир бабайым – (Мәрйәм апайҙың атаһы) бер туғандар. Мәрйәм апай төҫкә лә әсәйемә ныҡ оҡшаған, тик кәүҙәгә генә бәләкәйерәк. Апай менән ҡосаҡлашып күрештек, һағындырған! Ул үҙҙәренән ике өй аша йәшәгән ҡыҙы Гөлсөмгә шылтырата һалып, сәйгә саҡырҙы.
Мәрйәм апайымдың ҡартлығы бик бәхетле үтә. Уның тормош иптәше Мансур Вәлитов та атайым яғынан миңә ике туған ине. Ҡоҙа менән ҡоҙаса, йәғни Мансур ағайым менән Мәрйәм апайым өйләнешеп, һигеҙ бала – бер ҡыҙ һәм ете ул үҫтерҙе. Оло улдары Фәрүр Вәлитов – Һарғайҙа ғына түгел, Ишембай районында билдәле эшҡыуар, үҙенең таҡта ярыу цехы бар. Эшселәре менән өй буралары бурап, бына тигән йорттар күтәреп ҡуялар.
Эйе, Мәрйәм апай менән Мансур ағай балаларына матур тәрбиә биреп үҫтергән. Башҡа улдарының да ҡалала ғына түгел, Һарғай ауылында ла матур йорттары бар. Барыһы ла тырыш, килендәре лә ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп тора. Яңылыҡтарҙы уртаҡлашып, элеккеләрҙе иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп сәй эсеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Бүләктәр, күстәнәстәр бирештек, тормош матурлығына һөйөнөштөк.
Артабан уҡытыусы Рәйсә апайҙың хәлен белеп сыҡтым. Бәләкәй генә бүләкте лә саҙаҡа тип ҡабул ҡыла Рәйсә апай, матур итеп Ҡөрьән аяттары уҡый. Ул әсәйем менән бергә үҫкән, шуға күрә ҡәҙерле кешем хаҡында миңә ҡарағанда ла күберәк белә. Рәйсә апай ҙа бик матур йәшәй, ҡаланан балалары ла ҡайтып тора икән.
Һарғай ауылы менән хушлашып, тыуған ауылым Иҫәкәйгә юл тоттоҡ. Унда ауылдың иң оло кешеһе, хөрмәтле ағинәйе Тайфа инәйҙең хәлен белеү ине ниәтем. Бына Тайфа инәй йәшәгән йортҡа ла килеп еттек. Уны хәҙер ҡыҙы Рәшиҙә ҡарай. Әйткәндәй, яҙыусы Рәшиҙә Шәмсетдинова, әсәһе олоғайып, үҙаллы йәшәй алмай башлағас, уны ҡарар өсөн Стәрлетамаҡтан эшен дә, фатирын да ҡалдырып, күсеп ҡайтты. Рәшиҙәнең тормош иптәше эшкә бик оҫта икән: беҙҙең Һаҙ урамында шундай матур йорт һалып сыҡҡандар! Ә инде ихаталағы сәскәләр, еләк-емештәр, һәм башҡа матур әйберҙәр – Рәшиҙәнең фантазияһы.
96 йәшлек Тайфа инәй менән ҡосаҡлашып күрештек. Ваҡыт шул тиклем тиҙ үткәндәй тойолдо – инәй менән һөйләшеп һүҙ ҙә бөтмәне, күңел дә булманы. Уның әллә ҡасанғы хәлдәрҙе бөгөнгөләй хәтерләүенә хайран ҡалдым, исемдәре, урыны, көнө менән иҫләй! Үәт, хәтер тиһәң дә, хәтер Тайфа инәйҙә!
Әсәйем менән ҡатышып, бик матур йәшәне улар. Икеһе лә ғәҙеллекте яратты. Бик күп ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөк Тайфа инәй менән. Уның тормош иптәше Рәшит ағай менән ауыл тимерлегендә эшләү тураһында шиғри юлдарым бар ине, уны ла уҡып ишеттерҙем, “Тормошобоҙ булһын иманлы” тип аталған яңы китабымды бүләк иттем. Инәйҙәге ихласлыҡ – һоҡланып туймаҫлыҡ! Уның Ғәйсәр исемле улы минең ҡустым Рафаэлдең йән дуҫы ине. Ғәйсәр үлгәс, Рафаэль бик ныҡ ҡайғырҙы. Хәҙер ике дуҫ та баҡый донъяла инде, урындары ожмах түрендә булһын.
Бергәләп сәй эсеп, Тайфа инәй менән бик йылы хушлаштыҡ. “Тағы кил”, – тип ҡалды ул. Инәй оло йәштә булһа ла, кешеләр менән аралашырға ярата. Күрәһең, ошондай һөйләшеүҙәрҙән үҙенә йәшәргә көс-дәрт алалыр. Әсәһен ҡараған өсөн Аллаһ Тәғәлә Рәшиҙәгә сауабын насип итһен. Бик матур үтәй ул әсәһе алдындағы балалыҡ бурысын.
Был сәфәремдә дүрт оло кешенең хәлен белеп, үҙемдең дә күңелем булды, улар ҙа шатланып ҡалғандыр тип уйлайым. Һәр апай һәм инәйҙең балаларына матур тәрбиә биреүе, бөгөн шуның емештәрен татып, бәхетле ҡартлыҡ кисереүе ҡыуандырҙы. Барыбыҙ ҙа улар кеүек атай-әсәйлек һәм балалыҡ бурыстарын ихлас, башҡалар һоҡланырлыҡ итеп үтәһәк ине.