Новости
16 Октябрь 2019, 09:06

Бысаҡ менән сәнскән

Белорет ҡалаһында йәшәгән ғаиләнең сираттағы ыҙғышы аяныслы тамамлана. Ҡыҙ бала үҫтергән ир менән ҡатын татыу йәшәмәйҙәр, ғаилә башлығы эскелек менән мауыға, ҡыйыш һалып ҡайтһа, гел генә өйҙә төрлө сәбәптәр табып, янъял ҡуптарырға ярата. Ҡатын бер-нисә тапҡыр полицияға мөрәжәғәт иткән була, әммә һәр осраҡта ла ғаризаларын кире ала.

Сираттағы мәжлестән эсеп ҡайтып ир ҡатынын бер-нисә урындан бысаҡ менән яралай. Ҡатын да ҡарап тормай - бысаҡ алып иренә сәнсә. Һуңынан үҙе тиҙ ярҙам саҡыра.


РФ Енәйәт Кодексының 111-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас