Новости
15 Октябрь 2019, 08:14

Яҡташыбыҙ “Битва экстрасенсов” тапшырыуын судҡа биргән

Һеҙ “Битва экстрасенсов” тапшырыуына ышанаһығыҙмы? Эй шоу күрһәтәләр беҙгә телевизор аша...

Күрәҙәселәр өйөлөшөп ниндәйҙер бәлә булған ергә килеп төшә, ҡайғынан ни эшләргә белмәгән кешеләр менән аралашып, ишетергә теләгәнен әйтә. Теге донъялағылар менән дә “аралаша”, үлтереүсене лә таба, енәйәтсегә ҡарғыштарын ебәрә...


Ә бына Өфө кешеһе Станислав Булатовтың тормошон тап ошо тапшырыу боҙған. Шуға күрә ул Мәскәү ҡала судына тапшырыуға ҡаршы иск менән мөрәжәғәт иткән. Ул үҙенең репутацияһын яҡлап, исемен аҡлатмаҡсы.


Хәл бынан һигеҙ йыл элек булған. “Дом-2” тапшырыуында ҡатнашҡан бер ҡатын «Битва экстрасенсов”ҡа мөрәжәғәт итеп, күрәҙәселәрҙән уның һөйгәнен үлтереүсене табыуҙы һораған. Уның менән мөнәсәбәткә тиклем был ир гомосексуалист булған, имеш.


Үлгән кешенең фотоһын өйрәнгәс, экстрасенстар мөмкин булған үлтереүсене күрһәткән. Ул әлеге яҡташыбыҙ Станислав Булатов булып сыға. Бынан тыш, күрәҙәселәр ирҙе тап “күк”тәрҙе үлтереүсе маньяк тип тә күҙаллаған.


Һөҙөмтәлә, әлбиттә, улар хаҡлы булмай сыға, Станиславтан ғәйепләүҙәрҙе алалар. Тик, уның фекеренсә, был ирҙең репутацияһына ҙур зыян килтерә һәм артабан тыныс йәшәргә ҡамасаулай.


Ҡарап ҡарарбыҙ, артабан нисек булыр? Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас