Новости
15 Октябрь 2019, 08:18

Водитель тәҙрәнән сығып осҡан...

Бөгөн Өфө районында булған ҡурҡыныс авария водителдең ғүмерен өҙҙө. Шаһиттар белдереүенсә, ул үҙе ғәйепле.

Ҙур юлдан Алкин ауылы яғына боролған урында була был юл-транспорт ваҡиғаһы. Күрәһең, ир был яҡҡа яңылыш боролған да, быны аңлағас, артҡа сигә башлаған. Был ваҡытта тура юлдан ҙур тиҙлектә йөк машинаһы килгән.


– “Форд” тәүҙә ауыл яғына боролған. Шунан туҡтап, ҡапыл артҡа сигенә башлаған. Ә был ваҡытта килгән йөк машинаһы, бер нимә лә эшләп өлгөрмәй, уны ҙур тиҙлектә бәрҙергән. Водитель машинаһының тәҙрәһенән сығып осоп, шунда уҡ йән биргән, – ти шаһиттар менән аралашҡан “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре.

Әле хәлгә асыҡлыҡ индерелә, урында юл полицияһы эшләй. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй шул. Бер нисә километр артыҡ юл үтеп, тейешенсә боролһа, иҫән ҡалыр ине лә бит, ҡабаланғандыр, күрәһең... Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас