Новости
15 Октябрь 2019, 08:05

Ни эшләп айырылышаһығыҙ?

Айгиз дуҫына ҡыуанысын һөйләй: – Өйләнергә булдым әле. Кер йыуыу, ашарға бешереү, өй йыйыштырыу тамам ялҡытты. Исмаһам, шундай мәшәҡәттәрҙән ҡотолормон. Үҙен беләһең бит, мин тәмле ашарға, бөхтә йөрөргә яратам.

– Улай икәә-ә-ә-ән! – тип баш һелкә дуҫы. – Ә мин айырылышырға йөрөйөм.


– Нимә булды? Бик матур ғына йәшәп ятаһығыҙ ҙаһа. Алма кеүек ике ҡыҙығыҙ бар.


– Бер туҡтауһыҙ аш бешереүҙән, кейем йыуыуҙан тамам биҙҙем. Исмаһам, рәхәтләнеп ял итермен...

Башҡортостан гәзитенән.


Читайте нас