Ул Монте-Карло ҡалаһында Йәш опера йырсылары академияһына ҡабул итеү конкурсын үткән. Наҙгөл был проектта Башҡортостандан берҙән-бер вәкил. Әле йырсы Монакола. Монте-Карло академияһында, башҡа йылдарҙағы кеүек, әле лә һайлап алыу турында 18-30 йәшлек опера вокалы класы буйынса уҡыған студенттар, уны тамамлағандар ҡатнашҡан. Комиссияға 129 заявка бирелгән.
Комиссия ағзалары конкурсҡа ебәрелгән видеоматериалдарҙы ҡарап, иң беренсе сиратта йырсы тауышының тембрына, башҡарыу техникаһына, музыкаль үҙенсәлегенә иғтибар биргән. Һөҙөмтәлә төп составҡа Рәсәйҙән ун йырсы һайлап алынған, шулар араһына Наҙгөл дә бар.
Меццо-сопрано тауышлы Наҙгөл – республика конкурстары лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 5-се курс студенты.Башҡортостан гәзитенән.