Был йәһәттән эстрада йондоҙҙары Айҙар һәм Алмас Юнысовтар бына нимә ти.
"Концерт костюмдарын һайлағанда зауыҡ бөтөнләй тура килмәй, – ти Алмас. – Йыш ҡына алтын урталыҡ табырға тура килә. Ҡайһы саҡта кем үҙен нығыраҡ яҡлай, уныҡын һайлайбыҙ".
"Ул бит кәйефкә лә ҡарай, – ти Айҙар. – Ҡайһы саҡ икебеҙгә бер үк төҫлө кейем эҙләп хәлдән таябыҙ, сөнки бер үк размерҙағы икебеҙҙең дә күңеленә хуш килгән кейемде табыу бик ауыр. Яйы нисек сыға инде".Башҡортостан гәзитенән.