Новости
15 Октябрь 2019, 08:12

Халыҡты алдап эсерә

Благовар районынан 48 йәшлек ҡатын ауылдаштарына контрафакт араҡы, коньяк һатҡаны өсөн суд алдында яуап бирәсәк.

Ул 2017 йылға тиклем маркировкаһыҙ иҫерткес эсемлектәр һатып ала, ялған араҡыларҙы йортонда, гаражында һаҡлай. Әлбиттә, сифатлы тип, ул урындағы халыҡҡа алдап тәҡдим итә.


Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындың йортонан 3,5 мең литр алкоголь һәм 225 литр этил спирты тартып алған. Йәнә шуныһы: йортонан сыҡмай ғына аҡса һуҡҡан "һатыусы" үҙ ғәйебен танмаған.


Суд ҡарары менән ҡатын шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм ителгән. Ялған иҫерткес эсемлектәрҙе юҡ итәсәктәр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас