Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Октябрь 2019, 08:11
Өфөлә тағы бер кафе ябылды
Өфөлә Беренсе Май урамы, 26а адресы буйынса урынлашҡан шаурма кафеһының эшмәкәрлеге туҡтатылды, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса суд приставтары матбуғат хеҙмәте. Ни өсөнмө?
“Роспотребнадзор”ҙың тикшереүе һөҙөмтәһендә бында күп санитар талаптарҙың үтәлмәүе асыҡланған. Атап әйткәндә, бинала канализация үтмәгән, ҡул йыуғыста ҡулды ғына түгел, аҙыҡ-түлекте лә йыуалар, хеҙмәткәрҙәрҙең санитар кенәгәһе юҡ.
Суд кафе хужаһына штраф һалған, ә дөйөм туҡланыу урынының эшен 90 тәүлеккә туҡтатҡан. башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"