Быйыл июлдә һөт кухнялары Стәрлетамаҡта эшләй башлағайны. Әле ошо учреждение ике меңгә яҡын баланы файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Республикала 13 кухня эшләй, тағы ла 30-ҙан ашыу нөктә сауҙа селтәрҙәрендә урынлашҡан. Тиҙҙән улар шулай уҡ “Ашан”, “Байрам” кеүек ҙур магазиндарҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Һөт кухнялары саьбыйҙарҙы йогурт, кефир, эремсек, һөт менән тәьмин итә. Тиҙҙән был исемлек тағы ла киңәйтеләсәк.
– Алдыбыҙға һөт кухняларын бөтә республика буйынса асыу бурысын ҡуйғайныҡ. Ҙур эш башҡарыла. Проектҡа булышлыҡ итеүҙе һорайым. Балаларыбыҙ сифатлы аҙыҡ-түлек менән туҡланырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.