Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы полиция бүлегенә килтерелгән кешенең Магнитогорск ҡала дауаханаһынан ҡасҡан, эҙләүгә бирелгән 1996 йылғы ҡыҙ икәнлеген асыҡлағандар. Ирекмәндәр уны килеп алып, яңынан психоневрологик диспансерға һаласаҡтары тураһында белдерҙе.
Ҡыҙ үҙе әйтеүенсә, хроник психик сирлеләр янында ятырға теләмәүҙән ҡасҡан. Ниндәй шарттарҙа дауахананан сығып киткән, нисек Баймаҡҡа барып сыҡҡан ‒ әлегә уныһы ҡараңғы.