Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
14 Октябрь 2019, 16:00
“Иҙел” башҡорт һәм татар йыры конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана
Конкурста вуздарҙың һәм ссуздарҙың вокаль бүлектәренең башҡорт йәки татар телендә йырҙар башҡарыусы студенттары ҡатнаша ала. “Иҙел фестивале лауреаты” исеме өсөн улар “Башҡорт” йәки “Татар халыҡ йыры”, “Автор-башҡарыусы”, “Башҡорт” йәки “Татар эстрада йыры”, “Академик йыр”, “Балалар номинацияһы” һ.б. номинацияларҙа көрәшәсәк.
Конкурстың өсөнсө туры 15 ноябрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерттар залында уҙасаҡ. Икенсе көнөндә шунда уҡ билдәле артистар һәм фестивалдә еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Рәсәйҙә милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгән 2011 йылдан бирле тормошҡа ашырыла. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты (Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы) һәм Бөтә донья татарҙар конгресы булышлығында үтәсәк.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү 31 октябрҙә тамамлана. Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте idel-festival.ru сайтында, шулай уҡ vk.com/idelfestival төркөмөндә табырға мөмкин.
Ғаризаны
idelfestival@gmail.com
электрон адресына ебәрергә, шунда уҡ һорауҙарығыҙҙы ла бирә алаһығыҙ.
Республика баҫмаларынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"