*Кемделер тикшерер алдынан тәүҙә үҙеңдең ҡыланышыңа иғтибар ит.
*Рәнйегән кеше үҙе үк икенселәрҙе рәнйетә.
*Кешеләр менән үҙҙәренә ҡарағанда яҡшыраҡ мөғәмәлә итә башлаһаң, уларҙан юғарыраҡ баҫҡыста торасаҡһың.
*Бүтәндәргә ярҙам иткәндә үҙеңә ярҙам итәһең.
*Башҡаларҙы урынына ултыртыу урынына, һин үҙеңде уларҙың урынына ҡуйып ҡарарға тейеш.
*Кемдең кем булыуына ҡарамаҫтан, һин уларҙан ниндәйҙер һабаҡ алаһың.
*Кешеләр, ғәҙәттә, үҙҙәре менән ҡыҙыҡһынғандар менән ҡыҙыҡһына.
*Кешенең яҡшы булыуына ышаныу, ысынлап та, уның иң яҡшы сифаттарын асырға ярҙам итә.
*Ышаныс – һәр мөнәсәбәттең нигеҙе.
*Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кеше кешене өҫкә лә күтәрә, аҫҡа ла төшөрә ала.
*Арағыҙҙағы сетерекле хәл дуҫлығығыҙҙан мөһимерәк булмаһын.
*Үҙ-үҙең менән мөнәсәбәт еңел икән, бүтәндәргә лә һинең менән аралашыуы рәхәт.
*Бөтә мөнәсәбәттәрҙе лә һуғарып тороу фарыз.
*Дуҫтарыңа бәләгә тарығанда терәк булған кеүек, уның уңышын да күтәрә белеү – үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙгә ҙур имтихан.
*Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан кеше менән эшләргә теләй.