Новости
13 Октябрь 2019, 03:41

Зинһар, ярҙам итегеҙ!

"Әсәйем ауырый. Операцияға аҡса кәрәк!"

Өфөлә йәшәгән 38 йәшлек ир көндәрҙең береһендә социаль селтәрҙә дуҫынан шундай хәбәр ала. Ул шунда уҡ танышына 48 меңдән ашыу аҡса күсерә. Бер аҙҙан ғына ир урлашыусылар тоҙағына эләккәнен һиҙеп ҡала. Баҡтиһәң, уның аккаунтын емергәндәр. Әле енәйәтсене эҙләйҙәр ҙә һуң, әммә табылыуы икеле.


Был хаҡта йыш ҡына яҙып торабыҙ, иҫкәртәбеҙ. Шулай ҙа ошондай юл менән һемәйгәндәр һаман бар. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәһеҙ телефон һандарына аҡса күсермәҫкә, берәйһе ярҙам һорап яҙыу ебәрһә, иң тәүҙә шылтыратып, хәлдә аныҡларға кәңәш итә.
Читайте нас