4 октябрҙә Нурия Абдуллина Санкт-Петербург ҡалаһына осто. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә былай тип хәбәр итә: "Бөтәгеҙгә лә матур, эшлекле көн теләйем. Был һүҙҙәрҙе аэропорттан яҙам, Санкт-Петербургка сираттағы процедураға осабыҙ. Хәлем ҡәнәғәтләнерлек. Яҡшы һөҙөмтәләр менән әйләнеп ҡайтырмын тип ышанам".