Новости
13 Октября 2019, 08:23

Ҡуртым хаҡын игенләтә түләйҙәр

Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы, Хәжәт, Дмитриевка, Уҫман ауылдары халҡы пай ерҙәре өсөн иген алып ҡыуанды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң, колхоздар тарҡалғас, ерҙәрҙе урындағы халыҡҡа билдәләү хоҡуғы биргәйнеләр. Ҡомары булғандар үҙҙәре эшкәртеп, файҙаһын күрә. Ә ҡалғандар, пай ерҙәрен рәсми теркәп, оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирҙе.


Ҡуртымға алыусы – “Башкир-агроинвест” ойошмаһы. Йыл да ул хаҡты игенләтә түләй. Пай башына бишәр центнер бирә. Быйыл халыҡ арпа алып ҡыуанды. Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ашатырға булды, тип ҡыуана улар.


Беҙ ҙә ҡайтып, әсәйем менән ағайымдың өлөшөн алыуҙа ярҙамлаштыҡ. Көҙҙөң сыуаҡ матур көнөн, ауылдаштарымдың ҡәнәғәт йөҙөн күреп, күңел күтәрелде.






Читайте нас