Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Октябрь 2019, 08:15
Ултыртыу еңел, һаҡларға ла өйрәнәйек
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы республикабыҙҙа шаулап-гөрләп уҙҙы. Кәрәкле сарала күпме кешенең ҡатнашыуынан бигерәк, үҫентеләр ултыртылыуына шатланыу мөһим.
Эргә-тирәнең йәшеллеккә күмелеүе ҡайһылай ҡыуаныслы! Ағас ултыртыуҙа бөтә ғаиләбеҙ менән ҡатнаштыҡ, бигерәк тә бәләкәсебеҙ Фатима йүгереп йөрөп төптәргә һыу ҡойҙо.
Шундай осраҡтар теркәлә: йәш ағастар ныҡлап һаҡланмағанлыҡтан, һынып әрәм була, шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың ҡар-бурандары менән дан тотоуын да оноторға ярамай.
Беҙ иһә үҫентеләргә махсус сатыр эшләнек: былай иткәндә, ҡышты имен-аман сығырҙарына өмөт ҙур. Ә һеҙ йәш ағастарҙы нисек һаҡлайһығыҙ?
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/ultyrtyu-e-el-a-lar-a-la-yr-n-yek/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"