Мәктәп уҡыусыһын тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Әлбиттә, табиптар зыян күреүсегә медицина ярҙамы күрһәтеп, туғандары уны өйөнә алып ҡайта. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене тиҙ арала таба, уның 41 йәшлек Ҡырғыҙстан кешеһе булыуы асыҡланған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән водителдәргә аптырайһы түгел, бындай хәлдәр йыш ҡабатлана. Улар ярҙам ҡулы һуҙаһы урынға, һыпыртыу яғын уйлай. Тик нисек кенә булмаһын, кеше һаулығына зыян килтергәнһең икән, яуап та бирә белергә кәрәк. Һәр беребеҙ тиерлек автомобиль менән идара итә, шуға ла юлдарҙа һаҡ булайыҡ, иғтибарыбыҙҙы юғалтмайыҡ.