Хәҙер муниципаль органдарға ташландыҡ машиналарҙы утилләштереүгә хоҡуҡ бирелгәс, урамдар, йорт алдары таҙарып, иркенәйеп ҡалыр инде.
Әле урамдарҙы "умырзая"ларҙан һәм парковкалау урындарынан таҙартыу ике этапта башҡарыласаҡ. Тәүҙә комиссия ташландыҡ машиналарҙың исемлеген барлай. Аҙаҡ хужаһын да табырға тырышасаҡтар. Әгәр ҙә был эш килеп сыҡмаһа, автомобилде штраф туҡталҡаға алып китәләр, техника унда өс йыл һаҡлана. Ошо ваҡыт эсендә хужаһы табылмаһа, машина утилләштерелә.
Тәүге рейдтар 2-3 октябрҙә баш ҡаланың Октябрь районында үткән. Эш барышында комиссия ташландыҡ, ватыҡ 113 машинаны тапҡан. Уларҙың 22-һенең хужалары асыҡланып, автомобилдәре ҡайтарылған. 41 машинаны водителдәре үҙҙәре тейешле урынға күсергән. Ҡалған 55 автомобиль әле комиссияның контроленә алынған, хужалары табылмаһа, улар штраф туҡталҡаға оҙатыласаҡ.
Ҡасандыр үҙенә хеҙмәт иткән “тимер ат”ын нисек ташлап ҡуялыр ул хужалары? Кәрәкмәй икән, металлоломға тапшырырға, йә булмаһа утилләштерергә мөмкин бит.